Күләмле яңырыу. Һуңғы ике йылда мәктәптәргә капиталь ремонт федераль программаһы буйынса республиканың 140 белем усағы төҙөкләндерелһә, быйыл ремонт эштәре 31 мәғариф учреждениеһында башланған. Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Бишбүләк, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы мәктәптәрҙә төҙөкләндереү саралары йыл аҙағына тиклем тамамланһа, ҡалғандарын киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.



