Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында малай-ҡыҙҙар үҙ һәләттәрен күрһәтте. Республиканың коррекция мәктәптәренән йыйылған 130 бала эстрада йырсылары менән бергә лә йырлап-бейене. Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хәстәрләү йылында балалар өсөн тағы ла мәҙәни саралар, өҫтәмә реабилитация программалары һәм экскурсиялар ойоштороу ҡаралған






