Хәйбулла районында гер спорты буйынса ярыш уҙҙы

Ул Башҡортостанда үтәсәк XXXII ауыл спорт уйындарының финал этабына һайлап алыу туры булараҡ ойошторолдо. Һуңғы йылдарҙа популяр спорт төрө күләмле ярыш программаларына индерелгән. Мәғариф учреждениеларында ла был йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүселәр күп.

Аҡыяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ойошотролған ярыштарҙа Аҡъяр, Татырүҙәк, Яңы Ергән, Сиҙәм һәм Йәнтеш ауылдарынан 30-ҙан ашыу уҡыусы ҡатнашты. Гер спорты физик яҡтан көслө булыуҙан тыш, организмды һауыҡтырыу сараһы ла булып тора. Халыҡсан һәм мауыҡтырғыс спорт ярыштарында ҡыҙҙар ҙа әүҙем ҡатнаша.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ