Санкт-Петербургта килешеүгә ҡул ҡуйылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, ауыр хәлдә ҡалған төбәктәргә төрлө йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтелә, закондар сығарыу эшендә тәжрибә менән уртаҡлашыу була. Кеше һәм граждандар хоҡуҡтары һәм иркен яҡлау, биләмәләрҙе социаль-иҡтисади һәм инновацион үҫтереү, тирә-яҡты һаҡлау һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек үҫтереү өсөн саралар күрелә.




