Куйбышев тимер юлының ретро-составы юлға сыға. Иртәгенән 6 майға тиклем 11 станцияла туҡталыш яһала. Беҙҙең республикала “Еңеү поезы” акцияһы 28 апрелдә Өфө һәм Стәрлетамаҡта була. Ретро-состав башында байрамса биҙәлгән паровоз килә, “Үлемһеҙ полк” вагондары, хәрби техника һәм үҙенсәлекле экспонаттар күргәҙмәһе тәҡдим ителә.







