Башҡортостан буйынса Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3-5 көндән белгестәр биләмәләргә сығып тикшереү үткәрә. Район һәм ҡалаларҙа эшкәртеү дауам итә. Әле республикала 700-гә яҡын кеше талпан ҡаҙалып табиптарға мөрәжәғәт иткән.







