Өфөлә «Сикһеҙ математика» фестивале еңеүселәре билдәләнде

Математика буйынса ярыш баш ҡала мәктәптәре араһында үткәйне. Фестиваль былтыр октябрҙә старт алған, унда ҡатнашыу өсөн 4-7 класта белем алыусы 5 мең уҡыусынан ғариза ҡабул ителгән. Ярыштың 7 этабынан һуң, финалға 96 малай-ҡыҙ, йәғни 24 команда үткән. Улар араһынан ойоштороусылар - «Сикһеҙ мәғариф» үҫеш үҙәге вәкилдәре иң зирәктәрен асыҡланы. Еңеүселәр үҫеш үҙәгендә бер сирек математика менән бушлау шөғөлләнеү буйынса сертификат менән бүләкләнде. «Сикһеҙ матиматика» фестивале Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта миллион ярым һум аҡса бүленгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ