Башҡортостан Белгород өлкәһе һәм Донецк халыҡ республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәк

Рәсәй парламентаризмы көнө алдынан Санкт-Петербургта илдең бөтә төбәктәренән парламент етәкселәре йыйылды. 20-се быуат башында Думаның беренсе ултырышы үткән Таврия һарайында Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Рәсәй закон сығарыусылар советы ултырышы үтәсәк.

Бөгөн Бөтә Рәсәй парламент форумы барышында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республиканың Дәүләт йыйылышы Белгород Өлкә думаһы һәм Донецк халыҡ республикаһының Халыҡ Советы менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Килешеүҙәр тәжрибә уртаҡлашыуҙы, берҙәм комиссиялар һәм эшсе төркөмдәр булдырыуҙы, конференция, осрашыуҙар һәм консультациялар үткәреүҙе, рәсми делегацияларҙы ҡабул итеүҙе күҙ уңында тота.

Әле был төбәктәр еңел булмаған шарттарҙа йәшәй. Республика уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Килешеү төҙөү беҙҙең парламент тарафынан төрлө мәсьәләләргә иғтибарҙы арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Константин Толкачёв, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ