Өфөлә Рәмил Сурағоловтың «Гөрләшеп йәшәйек әле» китабының исем туйы үтте

Өфөлә Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында йырсы-шағир Рәмил Сурағоловтың «Гөрләшеп йәшәйек әле» китабының исем туйы үтте. Популяр хиттар авторы яңы йыйынтығы менән яҡындары, ижадташ дуҫтары һәм фекерҙәштәре тәбрикләне.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте ярҙамында ойошторолған осрашыуҙа баҫмаға ингән йырҙар ҙа башҡарылды. Исем туйында уҡыусылар авторҙың ижады менән танышып ҡына ҡалманы, ошонда уҡ автографлы китап алыу мөмкинлеге лә тыуҙырылды. Беренсе тапҡыр асыҡ һауала ойошторолған әҙәби байрам тамашасы күңеленә хуш килде. Күптәр ошо форматтағы осрашыуҙарҙың артабан да дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ