Стәрлетамаҡта спорт үҙәге асылды

«Олимп» тип исемләнгән клубҡа дзюдо буйынса спорт мастеры, тренер һәм шәхси эшҡыуар Светлана Нагаева нигеҙ һалған. Йүнсел өсөн был беренсе үҙәк түгел. Быға тиклем дә ул ҡул көрәше буйынса бер нисә үҙәк асып, тиҫтәләгән спортсы тәрбиәләгән. Үҙәктә шөғөлләнеүселәр - ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә еңеү яулаған көрәшселәр. Сираттағы клубта дзюдо, самбо, ҡул көрәше, тхэквондо һәм башҡа түңәрәктәр эшләйәсәк.

Спорт үҙәген шәхси эшҡыуар үҙ аҡсаһына төҙөгән. Клубта балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Улар өсөн фитнес ҡоролмаларын ҡатып алыу ҡаралған.

Элекке залдар бәләкәй, шуға спорт менән күберәк балалар шөғөлләнә алһын өсөн, тағы ла бер зал асырға булдыҡ. Киләсәктә бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шарттар булдырырға ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар балалары өсөн айырым программалар төҙөнөк.

Светлана Нагаева, шәхси эшҡыуар
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ