Радий Хәбиров «Мэрҙар мәктәбе»ндә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне

Мэрҙар мәктәбе. Рәсәйҙә дәүләт идараһы буйынса яңы кадҙар программаһы тормошҡа ашырыла. Проектта ҡатнашыусылар бөгөн Өфөгә семинарға йыйылды. Уларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

«Мэрҙар мәктәбе» Рәсәй Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының дәүләт идараһы юғары мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырыла. Белем биреү модуле ил төбәктәрен үҫтереү буйынса киң компетенцияға эйә булған, алдынғы ҡарашлы, белемле идарасылар әҙерләүҙе, муниципаль кадрҙар резервын нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Семинарҙы тап Өфөлә ойоштороу нигеҙһеҙ түгел, Башҡортостандың урындағы үҙидарала кадрҙар сәйәсәте, иҡтисади тотороҡлоҡты тәьмин итеү буйынса уңышлы эш тәжрибәһе бар.

Өфөләге семинарҙа илдең төрлө төбәктәренән 80- дән ашыу кеше ҡатнаша. Ул муниципаль берәмектәрҙең иҡтисади һәм финанс базаһына, идара итеүҙең яңы алымдарын үҙләштереүгә арнала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ