Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә 205 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам буласаҡ

Башҡортостанда быйыл 1 майҙан 1 сентябргә тиклем Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә 205 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам буласаҡ, ул бер тапҡыр ғына түләнә. Тейешле Указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Ярҙам сараһы Башҡортостандың Хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй граждандарына ҡағыла, шулай уҡ түләүҙәргә Өфөләге хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса пунктында контракт төҙөгән сит ил вәкилдәре лә дәғүә итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ ирке менән алғы һыҙыҡҡа барырға теләүселәр 117 берҙәм телефон һандары буйынса шылтыратып, контракт төҙөү шарттарын белешә ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ