Ошо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙналарынан 2 млрд 600 миллион һум бүленә. Был турала бөгөн оператив кәңәшмә барышында билдәләнде. Ултырышта шулай уҡ балаларҙың йәйге ялы ойоштороу, район-ҡалаларҙы тәртипкә килтереү мәсьәләләре лә күтәрелде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
2030 йылға тиклем Башҡортостанда кәмендә биш мең етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырылған. Был категория граждандарға квадрат метрҙар найм килешеүе буйынса бирелә. Уҙған йылдан алып республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 3 млн 200 мең һумлыҡ торлаҡ сертификаттары ла тапшырыла башланы. Әлегә был мөмкинлек менән 111 кеше файҙаланған. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров яуаплы министрлыҡтарға киләһе өс йылға бюджетты планлаштырғанда етем-балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһын финанслауҙы арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
Оператив кәңәшмә барышында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе лә күтәрелде, ул 1 июндә старт ала. Барлығы 1770 һауыҡтырыу учреждениеһы эшләйәсәк, мәктәп уҡыусылары өсөн тематик сменалар уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров лагерҙарҙа хәүефһеҙлек һорауҙары һәм санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешенә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты.
Башҡортостанға утыҙ туристик автобус һатып алынғайны, улар маршруттарға ҡуйылды. Радий Хәбиров Өфөләге йәмәғәт транспортына бәйле мәсьәләне лә хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Тиҙҙән ҙур класстағы автобустарҙың өҫтәмә партияһы килә.
Башҡортостандың торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә үткән шәмбе өмәләрендә ярты миллионға яҡын кеше ҡатнашҡан. Ҡала-ауылдарҙан 52 мең кубометр сүп-сар сығарылған. Уҙған оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров контроль идаралыҡҡа ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙың торошон тикшерергә ҡуйшҡайны. Муниципалитеттарҙың күбеһе яҡшы кимәлдә тәртипкә килтерелгән, әммә етешһеҙлектәр булған биләмәләр ҙә ҡалған.
27 апрелдә Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим да индерелә. Асыҡ ут ҡулланыу тыйыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешенә лә айырыуса иғтибар булырға тейеш.
Башҡортостандың 6 муниципаль берәмегендә яҙғы ташҡынға бәйле ун бер осраҡ контролдә тотола. Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, йылғаларҙа һыу кимәле түбәнәйә башлаған. Шул уҡ ваҡытта май байрамдары яҡынлаша, туристар кәмә һәм башҡа йөҙөү сараларында ялға сыға. 13 майға тиклем Кесе һәм Оло инйәр, Һаҡмар, Ләмәҙ, Еҙем йылғаларының хәүефле участкаларында ваҡытлыса ҡотҡарыу пункттары ойошторола.
Гөлназ Хәйбуллина



