Рәсәй янғын һағы көнө алдынан донъялағы иң хәүефле һөнәр эйәләре тәбрикләнде

Ҡотҡарыусыларға дәүләт һәм ведомство наградлары тапшырылды. Шулай уҡ яңы хеҙмәт юлын башлаусылар хәрби ант ҡабул итте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ҡотҡарыусыларҙың күпләп бер урынға йыйылыуына был юлы яҡшы яңылыҡ сәбәпсе. Апрель аҙағында ашығыс хеҙмәттә эшләүселәр Рәсәй янғын һағы көнөн билдәләй. Быйыл түңәрәк дата. 375 йыл элек тәүге янғын хеҙмәте барлыҡҡа килә. Ләкин әле ҡотҡарыусылар ут менән генә көрәшмәй.

Һөнәри байрам алындан тиҫтәләгән ҡотҡарыусы дәүләт һәм ведомство наградалары алды. Бүләкләнеүселәр араһында Ырымбур өлкәһендә ташҡындан зыян күреүселргә ярҙам итеүселәр ҙә бар. Улар бурыстарын үтәп яңыраҡ ҡына республикаға әйләнеп ҡайтҡан.

Ҡотҡарыусылар араһында гүзәл заттар ҙа бихисап.

Сараға Нефтекама районынан 13 йәшлек Ярослав Юламанов саҡырылған. Былтыр көҙ дуҫтары менән яр буйында ултырғанда йылғала батып барыусы ҡыҙҙың тауышын ишетеп ҡала. Ҡурҡыу белмәгән үҫмер шунда уҡ ярҙамға ашыға һәм зыян күреүсенең ғүмерен ҡотҡара.

Янғын һағы көнө алдынан хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған янғын һүндереүселәрҙе лә иҫкә алдылар. 22-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды биләмәһендәге ташҡа батырлыҡтары бер ҡасан да онотолмаясаҡ 62 кешенең исемдәре уйылып яҙылған. Йыйылыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ошонда уҡ яңы хеҙмәткә алыныусыларҙың ант биреү сараһы уҙҙы, улар яҡын арала хәрби иптәштәре менән бер сафҡа баҫасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ