Менеджер Алена Ависова полицияға 570 мең һум күләмендә кредит алыу өсөн учреждениеға ҡатын-ҡыҙ килеүе тураһында хәбәр итә. Банк хеҙмәткәре клиенттың үҙен сәйер тотоуына иғтибарын йүнәлтә. Урынға килгән тәртип һаҡсылары ҡатынға яҡындағы полиция бүлегенә барырға тәҡдим итә. Тик шунда ғына клиент иҫенә килә һәм мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүен аңлай башлай. Полиция хеҙмәткәрҙәре банк менеджерына әүҙем тормош позицияһы, битараф булмауы һәм милеккә ҡаршы енәйәтте туҡтатыуҙа булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.






