Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Урал аръяғы” форумы 24-26 майҙа ойошторола. Сарала Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә. Форум барышында туризмды үҫтереү, “Урал” махсус иҡтисади зонаһын булдырыу, дәүләт шәхси-партнерлыҡ тәжрибәһен ҡулланыу, ислам финансы, яһалма интеллекты файҙаланыу һәм башҡа мөһим мәсьләләләр буйынса 20-нән ашыу сессия ултырышы уҙа.







