“Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында район һәм ҡалаларҙа экологик саралар ойошторола. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, сарала 100 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә. Яҙғы акция барышында 8 мең төп ағас һәм 82 меңдән ашыу башҡа үҫенте ултыртыла, яңы 72 тематик аллея булдырыла. Өфөлә, мәҫәлән, Башҡорт телевидениеһының 65 йыллығына арналған аллея барлыҡҡа килә. Унда киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре һәм журналистика ветерандары ҡатнашты.







