"Урман һаҡсыһы" тигән система эшләп килә. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, 2021 йылда көслө янғындарҙан һуң мониторинг буйынса эш камиллашты. Янғын хәүефе ҙур булған биләмәләрҙә онлайн-камералар урынлаштырылған. Бынан тыш йыһандан күҙәтеү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ биләмәләр өҫтөнән самолеттар оса, ғәҙәти патруль-рейдтар ҙа ойошторола. Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе миҙгеле башланды.







