Башҡортостанда 3 меңдән ашыу ауыл кеше һаулығын тикшерткән

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында Өфө табиптары райондарға сығып ҡабул итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер кешеләрҙә юғары ҡан баҫымы, артыҡ тән ауырлығы, ҡанда глюкоза һәм холестерин күберәк булыуы асыҡланған. Бындай пациенттарға өҫтәмә медицина тикшеренеүе үтеү өсөн йүнәлтмә бирелгән. Сәләмәтлек поездары 6 йүнәлеш буйынса йөрөй. Автоколонналар хәрәкәте графигы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.

Фото №1 - Башҡортостанда 3 меңдән ашыу ауыл кеше һаулығын тикшерткән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ