Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының профилактика төркөмдәре күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә торлаҡ торошон, газ приборҙарының, мунса мейестәренең, электр линияларының хәүефһеҙлеген тикшерҙе. Белгестәр билдәләүенсә, йорт һәм ихата янғындарына йыш ҡына бер үк факторҙарға бәйле.
Күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймауҙа төп иҫкәртеү сараһы профилактик рейдтар. Баймаҡ районы ауылында үткән рейд барышында йорт хужаларына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү буйынса аңлатыу үткәрелде, төп ҡағиҙәләр һәм телефон һандары яҙылған буклеттар таратылды.






