«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024» акцияһы үтте

Быйыл республикала Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантҡа мең ярымдан ашыу майҙансыҡ әҙерләнгәйне. Унда башҡорт телен өс кимәлдә: башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн диктант яҙыу мөмкинлеге булдырылды. Мәртәбәле сарала ҡатнашырға теләүселәр өсөн БСТ каналы тура трансляция ла ойошторҙо. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов хаҡында диктант тексы яңғырай. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров өсөн данлыҡлы комдив образында мәғрифәтселек акцияһында ҡатнашыу оло мәртәбә.

Рус мәктәбендә белем алған мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова өсөн башҡортса диктант ауырлыҡ тыуҙырмай, сөнки тыуған телгә һөйөү уға ғаиләлә һалынған.

Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Өфө фән һәм технологиялар университеты кеүек төп майҙансыҡтарҙа ойошторолдо.

«Атайсал»дан көс алыусылар ҙа башҡорт телен белеү кимәлен һанап ҡараны. Тыуған тамырҙарыңды онотмау, телде үҫтереү, популярлаштырыу йәһәтенән халыҡсан акцияның роле баһалап бөткөһөҙ.

Башҡортостан район-ҡалаларында йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә телһөйәрлек акцияһына ҙур ихласлыҡ менән ҡушылды.

Мәсетлеләр иһә китапханала ла, хатта мәсеттә лә диктант яҙҙы. Дин әһелдәренең туған телде белеү кимәлен тикшерергә ҡарар итеүе-оло мәртәбә.

Ут күршеләребеҙ Силәбе өлкәһендә йәшәүселәр ҙә «Тел-халҡыбыҙҙың рухи мираҫы»тигән девиз аҫтында үткән акцияға дәррәү ҡушылды. Уҡыусылар, ата-әсәләр ҡырҡ минутлыҡ диктантта башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр төркөмәндә яҙҙы.

Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә акцияла әүҙем ҡатнашты. ВДНХ-ла «Рәсәй» күргәҙмәһендә республика стенды теләгән һәр кемдең белемен тикшереү майҙансығына әүерелде. Күптәр сараға милли кейемдә килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт теленән диктант 2015 йылда төбәк -ара статус яулай, ә 2019 йылда халыҡ-ара кимәлгә күтәрелә. Сараның маҡсаты - тыуған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен үҫтереү. Диктантҡа рәсми рәүештә халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы сайтында 30 көн эсендә йомғаҡ яһала. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа электрон почта аша йәки телеграм-ботта 2024 Йылғы диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар аласаҡ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ