Республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Тәбиғәт янғындары хәүефен кәметеп. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән осраҡта административ яуаплылыҡ ҡаралған. Төбәктең урман хужалығы министрлығы тарафынан көсөргәнешле миҙгелгә ниндәй әҙерлек саралары алып барыла? Тәбиғәттә ут сығыу осраҡтарын оператив асыҡлау, мониторинг барышы менән ведомство етәксеһе Илгиз Фәтҡуллин таныштырып үтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәһе

Уҙған аҙнала республикала янғын хәүефе миҙгеле асылды. Алдан фаразлауҙар буйынса төбәк өсөн ул ҡатмарлы буласаҡ. Әбйәлил һәм Белорет урмансылыҡтары тәүгеләрҙән булып уттан зыян күрҙе. Һаумыһығыҙ, Илгиз Лирман улы! Янғындарҙың сәбәптәре ниндәй? Күпме гектар майҙан ут эсендә ҡалды?

2023 йылда Урман хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, урман янғындары менән хәл көсөргәнешле булған. 3 мең гектарҙан ашыу майҙанда 150-нән ашыу янғын теркәлгән. Урман хужалығы министрлығы менән республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тырышлығы менән янғындар ваҡытында һүндерелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ