Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса ике акция үтә - "Йәшел Башҡортостан" һәм "Хәтер баҡсаһы". -"Йәшел Башҡортостан" йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Был юлы акцияға 45 мең кеше ҡушылды. 5 мең ярым ағас, 110 мең ҡыуаҡ ултыртылды. "Хәтер баҡсаһы" акцияһы 20 майға тиклем бара. 640 мең үҫенте ултырыу планлаштырыла, - ти Радий Хәбиров.







