Баймаҡта «Хәтер баҡсаһы» акцияһы үтте

«Хәтер баҡсаһы» гөрләп үҫһен. Талҡаҫ күле буйында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән берлектә, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр ағас ултыртты. Акция һуңында күл буйы сүп‐сарҙан таҙартылды. Экологик өмә хаҡында киләһе яҙмала.

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров 2021 йылдан алып Талҡаҫ күле буйында даими рәүештә экологик өмә ойоштора. Баймаҡтар был юлы ла «Хәтер баҡсаһы» акцияһының 5-се миҙгеленә әүҙем ҡушылды. Изге эшкә халыҡтың дәррәү ҡушылыуы ҡыуаныслы, был юлы өмәлә 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты .

Күлде һаҡлап ҡалыуҙың тағы ла бер һөҙөмтәле сараһы - уның тирәләй ағас ултыртыу. «Хәтер баҡсаһы» акцияһы башланғысы менән Талҡаҫ буйының гектар ярым майҙанында 200 төп биш йыллыҡ ҡарағай үҫентеләре тамыр йәйҙе. Саранан Түбә ауылынан Зөлфиә Ситдиҡова ла ситтә ҡалманы. Ханым ағасты Махсус хәрби операциялағы ир - егеттәрҙең иҫән‐һау ҡайтыуҙарын теләп ултыртты.

Йыл дауамында Баймаҡ районында 15‐20 мең төп ағас ултыртыла. Үҫентеләр ҡарағайлы баҡсаға әйләнеп, илебеҙҙең тарихи үткәне, Еңеү таңын килтергән һалдаттар һәм хәҙерге ваҡытта ил намыҫын һаҡлаған яугирҙарға йәшел һәйкәл буласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ