Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары күл һәм быуаларҙы тикшерә. Рейдтар «Асылыкүл» тәбиғәт паркында ла үтте. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Бүздәк районының Ҡаңны быуаһы. Бында күпләп суртан, табан, һыла балығы, алабуға үрсей. Шул уҡ ваҡытта уларға ҡыҙыҡһынған браконьерҙар ҙа... Тәртип боҙоусылар йышыраҡ төндә, кеше күрмәгәндә ау һалып сығыусан. Шуға күрә һыу ятҡылығы махсус ҡоролма ярҙамында тикшерелә. Бындай рейдтарға инспекторҙар көн һайын сыға.
Башҡортостанда 25 апрелдән алып ыуылдырыҡ сәсеүгә бәйле балыҡ тотоу тыйылды. Һәүәҫкәр балыҡсыларға ярҙан тороп һәм бер ҡармаҡ менән генә ҡармаҡларға мөмкин. Ҡағиҙә боҙғандарға штраф янай. Граждандар өсөн уның күләме - 2 меңдән 5 меңгәсә, вазифалы кешеләргә - 20-30, юридик шәхестәргә 100-200 мең һум.
Ниндәй генә һауа торошо булмаһын Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре эш урынында. Тәү сиратта һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙары тикшерелә. Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, балыҡсылар бар. Был юл спиннинг менән балыҡ тотоусылар осраны. Ыуылдырыҡ сәсеү осоронда был төр ҡорамал менән ҡулланыу тыйыла.
Рейдтар ыуылдырыҡ сәсеү осоронда ғына түгел, башҡа ваҡыттарҙа ла үтә. Мәҫәлән, быға тиклем Асылыкүлдә балыҡ тотоу тәртибен боҙоусы ике ир тотолған. Улар тәүлек норма - 5 килограмдан күберәк балыҡ ҡармаҡлаған.
Әлфинә Килдейәрова






