Курск дуғаһын үткән яугир. Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан 100 йәшен тултырған Әүхәҙи Миңлеғолов сираттағы Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләнә. 1942 йылдың авгусында һуғышҡа саҡырылып, ул махсус хәрби әҙерлек үткән. Фронт һыҙығында немецтарҙы әсирлеккә алып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән, Днепр йылғаһының икенсе ярына сыҡҡанда ҡаты яраланған ветеран менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Әүхәҙи Батыргәрәй улы көн дә ҡулына лупа алып, гәзит-журналдарҙан яңылыҡтар уҡый, район, республика тормошо менән ҡыҙыҡһына. Мәктәптә уҡығанда уҡ почтальон булып эшләп, халыҡҡа ваҡытлы матбуғат ташыған ул. Йәшлек йылдары һуғыш йылдарына тура килгән яугир фронт һыҙығындағы алыштарҙы бөгөнгөләй хәтерләй.
Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе ветеран һуғыш осорондағы ваҡиғаларҙы теүәл датаһына тиклем иҫләй. Курск дуғаһындағы оборона-һөжүм операцияларында ҡатнашҡан. Ҡыйыулығы менән айырылған. Алыштарҙың береһендә разведка алып барған ике немецты әсирлеккә алған.
Немецтарҙы Днепр йылғаһына тиклем ҡыуып барырға тура килә. Әүхәҙи Миңлеғолов икенсе ярға пулеметын тотоп йөҙөп сыҡҡанда ҡаты яралана, һуңынан туғыҙ ай дауамында госпиталдәрҙә ята.
Әүхәҙи Миңлеғолов аяҡтары нығынғас, йәнә алғы һыҙыҡҡа саҡырыла, әммә 1945 йылдың Еңеү яҙы илгә тыныс тормош алып килә һәм сал сәсле яҡташыбыҙ агротехник булып тыуған яғында эшен дауам итә. Ауыл һәм урман хужалыҡтарында ла, сауҙа өлкәһендә лә ул үҙен яҡшы белгес итеп таныта. Быйыл апрелдә ул 100 йәшен лайыҡлы ҡаршы алған.
Әүхәҙи Батыргәрәй улы доға-аяттарҙы ла яттан белә. Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ул һәр ваҡыт изгелек ҡылырға, бер кемгә лә үс тотмаҫҡа, эштән бәхет табып йәшәргә өйрәткән.
Әүхәҙи Миңлеғолов һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. 9 май байрамын ул һәр йылдағыса көтөп ала. Быйыл да ул йәшәгән йорт алдында парад ойоштороу ҡаралған
Гөлназ Хәйбуллина






