Бәләкәй аҙымдар менән ҙур шахматҡа. Өфөлә ошондай исем аҫтында шахмат турниры үтте. Ул «Старт» мәғариф башланғыстарына булышлыҡ итеү үҙәге тарафынан, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы грантына ойошторола.
Турнирҙа 5-7 класс уҡыусылары ҡатнаша, бөтәһе 100-гә яҡын уйынсы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был ярыш шахмат һөйөүсе балаларҙа спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, шахматтты популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Еңеүселәр командалар араһында һәм шәхси беренселектә билдәләнә.



