Баш ҡалаға Еңеү паровозы килде

Состав Куйбышев тимер юлы тарафынан формалаштырылған. Еңеү паровозын ысын мәғәнәһендә рельстағы музей тип атарға мөмкин. Составтың һәр вагоны айырым бер темаға арналған, уларҙың эсендә хәрби техниканы ла, һуғыш ваҡытында ҡулланылған ҡоралдарҙы ла, тарихи фотоһүрәттәрҙе лә күрергә була.

Проект йәш быуынды ил тарихындағы шанлы битттәр, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы менән танышыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Еңеү поезы Өфөлә бер нисә сәғәткә генә туҡтаны, вокзалда составты ҡаршы алыусылар өсөн байрам концерты, ялан кухняһы ойошторолдо. Артабан ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына туҡтаясаҡ. Байрам туры сиктәрендә еңеү поезы 3 мең километр юл үтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ