Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә Баймаҡ, Шишмә райондарында һәм Өфө ҡалаһында һыу баҫыуға бәйле 7 хәл контролгә алынған. Һыу баҫҡан юлдар һәм баҡса участкалары бар. Салауат, Ишембай һәм Мәләүез ҡалалары янында Ағиҙел йылғаһының бер аҙ күтәрелеүе теркәлгән. Өфө ҡалаһы янында ҙур йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә.







