Бөгөн янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Һеҙҙе Рәсәйҙең янғын һағының 375 йыллығы менән ҡотлайым!
Республиканың янғын һағы иң ышаныслы һәм мобиль ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренең береһе булып тора. Һеҙ кешеләрҙең, торлаҡ фондының, урман ресурстарының, бөтә инфраструктурабыҙҙың хәүефһеҙлеген һөҙөмтәле тәьмин итәһегеҙ.
Янғынға ҡаршы хеҙмәт ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре, улар беҙҙең өсөн батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө. Ут менән көрәштә кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың исемдәре беҙҙең хәтерҙә мәңге ҡаласаҡ. Янғын һүндереү подразделениелары артабан да ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы уттан һөҙөмтәле һаҡлар, тип ышанам. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ауыр һәм яуаплы хеҙмәттә уңыштар теләйем, тигән Башҡортостан башлығы.






