Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Күсмә халыҡтар цивилизацияһы Евразия музейы төҙөлөшө буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында туристарҙы йәлеп итәсәк объектты асыу мәсьәләһе ҡаралды. Музейҙың визит-үҙәге быйыл 6 июлдә асылыр тип көтөлә. Бынан тыш, Радий Хәбиров биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү предприятиеһында, «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса яңыртылған биләмәлә булды, урындағы ауыл хужалығы колледжын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Буш яланда барлыҡҡа килгән Күсмә халыҡтар цивилизацияһы комплексы күҙгә күренеп үҙгәрә. Күләмле проект сиктәрендә төҙөлгән туристар үҙәге төҙөлөшө тамамланыу алдында. Турахан кәшәнәһенә йәйәү күтәрелеү өсөн һуҡмаҡ һалынған, ҡунаҡтар өсөн визит-үҙәге төҙөлгән. Тарихи объект төҙөлөшө менән яҡындан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты.
Турахан кәшәнәһе эргәһендәге үк проекттың киләсәге буйынса кәңәшмә уҙғарылды. «Турахан» шифахана эргәһендә башҡорт аты үҙәге, спа-шифахана, музей, амфитеатр, конференция залы, кафе төҙөлөшө ҡаралған. Музей проектын төбәк етәксеһе 2022 йылдың июлендә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһында тәҡдим иткәйне. Яңы объект бер нисә төп тарихи ҡомартҡыны берләштерә, улар иҫәбендә - Турахандың һәм Хөсәйенбәктең Алтын урҙа осорона ҡараған таш мавзолейҙары.
Шишмә районына эш сәфәрендә Башҡортостан башлығы ҡый ҡалдыҡтарын сығарыу, биләмәләрҙе йәшелләндереү һәм төҙөкләндреү предприятиеһында булды. Петуния, бегония сәскәләрен эшселәр теплица үҫтереп тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәй.
Былтыр предприятиеға ҡырсынташ эшкәртеү агрегаты ҡуйылған. Ҙур комплекс юл ремонты өсөн материалды арзаныраҡ хаҡа эшкәртергә булышлыҡ итә.
Шишмә ауылында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән биләмәлә ял итеүселәр өҙөлмәй. Спорт тыҡрығы урамында балалар уйын майҙансығы, спорт майҙансығы, яңы эскәмйәләр һәм асфальт юл урындағы халыҡ өсөн ҙур бүләк булған.
Урындағы агросәнәғәт колледжы ауыл хужалығы тармағы белгестәрен әҙерләү усағы. Һуңғы йылдарҙа бында студенттар һаны бер нисә тапҡыр кәмегән - сөнки йәштәр иҫке бинала уҡырға теләмәй. 1980 йылда сафҡа индерелгән объектта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Радий Хәбиров колледжды тәртипкә килтереү маҡсатын ҡуйып, финанслау юлдарын билдәләне.
Район үҙәгендәге Еңеү паркында төҙөкләндереү дауам итә. Урындағы мәҙәниәт һарайы майҙаны, йәйәүлеләр үткәүеле, яҡтыртыу ҡоролмалары, ял урындары «Уңайлы ҡала мөхите « программаһы буйынса яңыртыла
Флорида Ким



