Башҡортостандың туристик инфраструктураһын үҫтереүгә рекордлы күләмдә дәүләт ярҙамы бүленгән

2023-2024 йылдарҙа Башҡортостандың туристик инфраструктураһын үҫтереүгә рекордлы күләмдә дәүләт ярҙамы бүленгән. 1 миллиард 400 миллион һумдың төп өлөшө - федераль бюджеттан. Тағы ла 2 миллиард һумдан ашыу аҡсаны инвесторҙар йәлеп иткән. Һөҙөмтәлә Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Ишембай һәм Учалы райондарында яңы туристик маршруттар барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә билдәләүенсә, Башҡортостандың ғәжәйеп тәбиғәтен мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш. Шуға ла туристик инфраструктураны үҫтереү мөһим мәсьәләләрҙең береһе. «Урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар Башҡортостанда ял итһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Рәхим итегеҙ!» - тип яҙған төбәк башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ