Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Яугирҙарға гуманитар йөк туплауға тотош республика халҡы ҡушылған, предприятиелар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Ылауҙа төҙөлөш материалдары ла, медицина препараттары ла, кейем-һалым да, аҙыҡ-түлек тә бар. Мәҫәлән, әле Өфөлә йәшәгән Баймаҡ районы Темәс ауылы эшҡыуарҙары берләшеп УАЗ машинаһы алған. Был транспорт сараһы махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙыҡы. Егеттәр уны Архангел районында йәшәүсе әсәһенән һатып алып ремонтлаған һәм алғы һыҙыҡҡа оҙатырға хәл иткән.

Гуманитар ылау яугирҙарҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, алғы һыҙыҡтағыларҙың һорауы буйынса төҙөлгән. Мәҫәлән, Йәрмәкәйҙәр махсус хәрби операцияға бер тонна картуф әҙерләгән. Уны яҡташтарыбыҙ өсөн йәшелсәселек менән шөғөлләнгән фермер тапшырған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ