Башҡортостандың исемле хәрби подразделениелары республиканан сираттағы ярҙам алды

123-сө гуманитар ылау адресаттарына барып етте. Башҡортостандың исемле хәрби подразделениелары республиканан сираттағы ярҙам алды. Был юлы ла яугирҙарға башлыса техника, элемтә ҡорамалдары һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары тупланған. Улар хәрбиҙәрҙең дислокация урынына уҡ алып барып етеп тапшырылды. Гуманитар конвойҙы Луганск халыҡ республикаһында БЮТ хәбәрселәре лә ҡаршыланы. Айнур Кәбиров репортажы.

Ҡалын броня аҫтында «Урал» машинаһын танырлыҡ та түгел. Кабина, кузов шайморатовсыларҙың теләген иҫәпкә алып тулыһынса үҙгәртелгән. «Тихий» ҡушаматлы яугирҙың был икенсе Уралы. Тәүге ошондай уҡ машинаһы дрондар һөжүменә эләгеп эшлектән сыҡҡан. Яугирҙарҙың ғүмерен ҡалын броня ғына һаҡлап алып ҡалған.

«Башҡороотстан» полкы гуманитар ылау менән әлеге ваҡытта иң кәрәкле элемтә ҡорамалдары алды. Бәләкәй генә ҡумталар яугирҙар өсөн ҡолаҡ та, күҙ ҙә.

Юғары үтемле техника, мунсалар, маскировкалау селтәрҙәре, көнкүреш кәрәк- яраҡтары һәм исемле посылкалар. Башҡортостан яугирҙары республика ярҙамынан өҙөлмәй. Тыуған яҡтан ылау килеүе лә улар өсөн байрамға бәрәбәр.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Республика халҡы өсөн был яңғырауыҡлы һүҙ генә түгел. Шайморатовсылар, Доставаловсылар, Юлаевсылар, «Башҡортостан» полкы , мобилизацияланған яугирҙарыбыҙ ҙа башҡа төбәктәр көнләшерлек даими ярҙам алып тора. Артта ныҡлы тыл, терәк булғанда алға барыу ҙа еңелерәк , ти яугирҙар.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ