Башҡортостандың айырым төбәктәрендә ҡар яуған

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан Башҡортостандың айырым төбәктәрендә ҡар яуған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бер көн алда халыҡҡа иртә килгән йылыны һалҡынса һауа торошо алыштырыуы тураһында иҫкәртеү яһағайны.

Бөгөн интернет ҡуланыусыларҙың береһе социаль селтәрҙәргә видеояҙма һалған. Ул Баймаҡ районы Шүлкә ауылында ҡырпаҡ ҡар яуыуын кеҫә телефонына төшөргән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ