Өфөлә 10-сы тапҡыр уҙғарылған мәғариф акцияһының яҡынса һөҙөмтәләре иғлан ителде. Быйыл диктант яҙыу өсөн 3 мең 18 майҙансыҡ эшләгән. Акцияға Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалалары һәм Рәсәйҙең ун биш төбәге ҡушылған. Диктантты Үзбәкстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Ҡытай һәм башҡа сит илдә йәшәүселәр ҙә яҙған. Халыҡ-ара акцияның маҡсаты башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү.






