Бишбүләк районы «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнаша

Ошо төбәктә тыуып үҫеп әле илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән яҡташтар Кесе Ватанының тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. Улар социаль объекттарҙы ремонтлай, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып бара, һәйкәлдәрҙе, обелисктарҙы яңырта, балалар, спорт майҙансыҡтары төҙөй, йәшелләндереү буйынса экологик ацияларҙа ҡатнаша. Йәғни, бишбүләктәр ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшһә лә атайсалынан айырылмай. Иттихат ауылында төҙөлгөн иман йорто ла ошо бәйләнештең бер сағылышы. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Бар тирә-йүнде иман нурына күмеп аҙан тауышы яңғырай. Ауыл уртаһындағы мәсет үҙе лә балҡып, Иттихат ауылына йәм биреп ултыра. Иман йорто үткән йыл «Атайсал» проекты сиктәрендә төҙөлгән. Меценаттар- Бишбүләк районының абруйлы кешеләре Фәнил Хөснөтдинов менән Рәмил Ҡыямов. Улар үҙҙәренең Кесе Ватанында дини учреждение һалыуға финанс ярҙам күрһәткән. Объект ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, биш айҙа сафҡа индерелгән.

Иттихат ауылының атамаһы, ғәрәп теленән берҙәмлек тигәнде аңлата. Йәғни, бында исем есемгә тап килә тип әйтергә кәрәк. Иттихатта берҙәм, ойошҡан халыҡ йәшәй. Ерле кешеләр һәр башланғысты дәррәү күтәреп ала. Улар иман йорто төҙөүҙә лә, мәсет эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштергән сквер асыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Бишбүләк районының Айыт ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған стела яңыртылған. «Атайсал» проекты сиктәрендә Советтар Союзы Геройы Хәмит Ғәҙелшинға бюст ҡуйылған. Ә күрше Йылбулаҡтамаҡ ауылында ошо проект буйынса яңы мәсет ишектәрен асҡан. Бер быуат элек ошо уҡ урында иман йорто булған, йылдар үтеү менән тарихи ысынбарлыҡ тергеҙелгән.

Быға тиклем ауыл халҡы күрше Айыт мәсетенә йөрөгән була. Әммә хәҙер Йылбулаҡтамаҡтарҙың үҙҙәренең иман йорто бар, иң мөһиме мәсет буш тормаһын, йәштәр дин юлына баҫһын, ти ерле халыҡ. Дини учреждение хәҙер төбәктең иң матур урындарының береһенә лә әүерелгән. Мәсеттең үҙенсәлекле проекты менән ситтән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ