87 йәшен туйларға әҙерләнеүенә ҡарамаҫтан, бүләһе өсөн үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы йорт һала

Бәхетле ҡартлыҡта. 87 йәшен туйларға әҙерләнгән Фәнис Сруровтың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Оло йәшенә ҡарамаҫтан физик күнекмәләр яһай, һигеҙ телдә иркен аралаша, бүләһе өсөн үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы йорт һала. Төҙөлөш урынында Фәнис Фазыл улы менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Фәнис Фазыл улы беҙҙе төҙөлөп ятҡан йорт алдында ҡаршы алды. Йыл һайын көҙгө һалҡындар башланғансы ул бында йәшәй. Әле Себер тарафтарында эшләгән бүләһе өсөн ике ҡатлы өй һала. Барыһын да үҙем беләм, ти ул, ә белмәгәнен...

Фәнис Сруров 1937 йылда Дәүләкән районының Яппар-Йәнбәк ауылында тыуа. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә.

Һуңғараҡ, атаһы Одесса янында һәләк булғаны тураһында хәбәр килә. Ә Фәнис Фазыл улын Ашхабатҡа балалар йортона ебәрәләр. Бер ҡыйыҡ аҫтында төрлө милләт вәкилдәре менән йәшәгәнгә күрә, күп телдәрҙе отоп ала. Шунда Ҡөрьән уҡырға ла өйрәнә. 1953 йылда 16 йәшен тултырған егет тыуған яғы, Башҡортостанға ҡайтып тормош иптәше Әнисә ханымды осрата. Кешене яҙмыш, эсәр һыу йөрөтә, тиҙәр. Өйләнгәндән һуң, Фәнис Фазыл улының юлы кире Төркмәнстанға төшә, был юлы бер үҙе генә түгел, ғаиләһе менән йәшәргә күсә.

Әнисә ханым менән 60 йыл тигеҙ ғүмер кисерәләр, ике бала - ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡайҙа йөрөһәң дә тыуған яҡ үҙенә тарта. 1996 йылда Сруровтар ғаиләһе Башҡортостанға ҡайтып төпләнә.

Фәнис Фазыл улы тормош һынауҙарына бирешмәй. Көн дә физик күнекмә яһай, йыр-моң менән яҡындарының күңелен күтәрә. Балалары иғтибарын, ейән-ейәнсәрҙәренең һәм бүлә-бүләсәләренең хөрмәтен тойоп йәшәй. Уларға изге теләктә һәм фәтихала... Фәнис Фазыл улының йөрәк йылыһы барыһына ла етерлек әле.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ