Өфө ҡалаһы янында ҙур йылғалар кимәле бер аҙ кәмегән. Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында Ағиҙелдә һыуҙың күтәрелеүе теркәлгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Бөгөн Баймаҡ, Шишмә райондарында, Өфө ҡалаһында һыу баҫыуға бәйле 7 хәл даими контролгә алынған.







