1945 йылдың 2 майында Ҡыҙыл Армия фашистарҙың төп нығытмаһы булған Германияның баш ҡалаһын алған. Фашистар Рейхстаг районында айырыуса ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Ҡыҙыл армия был объектты алыуға өлгәшә - 30 апрель кисендә совет һалдаттары Рейхстагҡа Еңеү Байрағын ҡаҙай. Ундағы алыш 1 майға тиклем дауам итә, подвалдарҙа урынлашҡан фашист һалдаттары 2 майҙа ҡорал һала.







