Бөгөн Ғафури районы Үзбәк ауылы мәктәбенең өлөшләтә ҡыйығы емерелгән. Көслө дауыл ике ҡатлы бинаның 450 квадрат метр майҙандағы профнастилды алып ташлаған. Ваҡиға урынына тиҙ арала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән.
Тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөүгә бөтәһе 35 кеше һәм 11 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр теркәлмәгән. Иртәгәнән балаларҙы дистанцион уҡытыуға күсереү ҡарала. Әле күрелгән зыян күләме иҫәпләнә. Шулай уҡ бөгөн Өфө - Стәрлетамаҡ юлында баҫыуҙарҙан күтәрелгән саң водителдәр өсөн күреү мөмкинлеген кәметә. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, дауыл ағастарҙы тамырынан йыҡҡан. Һынған ағас ботаҡтары юлды ҡаплаған.






