Республикала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда водителгә һәм уның ауырлы ҡатынына ярҙам күрһәткән

Республикала Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлда водителгә һәм уның ауырлы ҡатынына ярҙам күрһәткән. Лейтенант Марат Зарипов һәм Салауат Хәкимов экипажы Өфө-Ырымбур трассаһында дежурлыҡ иткән.

Хеҙмәткәрҙәргә «Вольво» водителе мөрәжәғәт итеп, машина эсендә бала табырға ваҡыты еткән ауырлы ҡатыны булыуы тураһында хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тығын ваҡытында махсус сигналдарын ҡабыҙып, йәш ата-әсәне Стәрлетамаҡ дауаханаһына тиклем оҙата. Һуңынан табиптар билдәләүенсә, ауырлы ҡатындың ғүмере, күп ҡан юғалтыу сәбәпле, хәүеф аҫтында булған. Тик инспекторҙар ярҙамында ул күңелһеҙ хәлгә юл ҡуйылмаған. Ҡатындың ҡыҙы тыуған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ