Дыуан районында сыҡҡан янғында бала ғүмере өҙөлгән

Фажиғә бөгөн таңғы биштәр тирәһендә Михайловка ауылында теркәлгән. Асыҡланыуынса, йортта ишле ғаилә йәшәгән булған. Асыҡ ут һүндерелгәндән һуң хеҙмәткәрҙәр 4 йәшлек малайҙың кәүҙәһен таба. 39 йәшлек ғаилә башлығы улын ҡотҡарырға маташа, әммә кәүҙәһе ныҡ бешеп ул дауаханаға оҙатыла. Шулай уҡ 13 йәшлек бала ла зыян күрә - ул ватылған тәҙрә аша сығырға маташа. Янғын һөҙөмтәһендә йорт, гараж, мунса, һарай һәм «Лада Ларгус» автомобиле тулыһынса янып бөтә. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ