Кушнаренко районында янғынға ҡаршы рейд ойошторолдо

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителде. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында республика район-ҡалаларында рейдтар ойошторола. Кушнаренко районы Иҫке Басҡаҡ ауылында йорт хужаларына янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролмалар таратылды. Урында йәшәүселәр усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу тыйылыуы тураһында иҫкәртелде. Бынан тыш, ихаталарҙа ут һүндергес, запас һыу һәм ҡом булыуы мотлаҡ. Инспекторҙар халыҡты мейес яғыу тәртибен инҡар итмәҫкә һәм электр линиялары төҙөклөгөн тикшеререгә саҡырҙы.

Былтыр был ваҡытҡа Кушнаренко районында 66 янғын теркәлгәйне. Быйыл күрһәткес ике тапҡырға тиерлек кәмерәк. 6 кеше, шул иҫәптән бер бала, һәләк булғайны. Быйыл бер кеше зыян күрҙе, уның һаулығына хәүеф янамай. Ошондай иҫкәртеү саралары ярҙамында фажиғәләр кәмер, тип өмөтләнәбеҙ.

Альбина Сәйетова, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Кушнаренко районында янғындарҙы иҫкәртеү инструкторы

Бынан тыш, Шәрип ауылында янғын һүндереү ДЕПО-һы асылды. Уны урындағы халыҡ тәртипкә килтергән. Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә булған бинала ремонт эшләнгән, ҡыйығы алмаштырылған, йылытыу һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ирекмән янғын һүндереү командаһына автоцистерна бүләк итте. ДЕПО бер нисә ауылды хеҙмәтләндерәсәк.

Ауыл ерендә өҫтәмә янғын һүндереү депоһы асылыу федераль төркөмдәргә ҙур ярҙам булып тора. Был часть Шәрип ауыл советы биләмәһендә янғын һағында. Ғөмүмән, республикала әле хәл тотороҡло хәл. Былтыр, был осорҙа Башҡортостанда меңдән ашыу янғын теркәлһә, быйыл йөҙҙән кәмерәк.

Виталий Барзайкин, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ