Баймаҡта йылытыу миҙгеленә йомғаҡ яһалды

Ошо уңайҙан Баймаҡ «Йылылыҡ селтәре» ойошмаһында Өфө ҡалаһы, Нуриман, Әлшәй һәм Яңауыл райондары вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы.

2018 йылда Баймаҡ ҡалаһының «Йылылыҡ селтәре» ойошмаһы республиканың коммуналь кампанияһы менән концессия килешеүе төҙөй. Уға ярашлы тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән ошондай саралар үткәреү планға алынған.

Район вәкилдәре урындағы «Йылылыҡ селтәре» ойошмаһының музейы менән танышты, ҡаҙанлыҡтарҙы ҡараны. Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанын ҡарағандан һуң ҡунаҡтар 5 төп ҡарағай ағастары ултыртты.

Баймаҡ «Йыйылыҡ селтәре» йәмғиәтенең һөҙөмтәле эшенә ҙур баһа бирелде. Бындай эшлекле осрашыуҙар ошо өлкәлә башҡа район белгестәре менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторола.

А.Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ