Быйыл Башҡортостан башлығы указы буйынса иҫтәлекле сара уҙған ял көндәренә тура килде. Был акцияла диненә, милләте, сәйәси ҡарашына һәм йәше ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла ҡатнаша. Йола буйынса Өфө ҡала зыяраттарына тиклем өҫтәмә автобус маршруттары сығарылды.
Өмәгә килеүселәр ҡәберҙәрҙе ҡый үләндәренән таҙартты, иҫке ағастарҙы, сүп-сарҙы йыйҙы, ҡоймаларҙы ремонтлап, буяны. Сергиев зыяраты үткән быуаттың 70-се йылдарынан башлап яңы ҡәберлектәр өсөн ябылған. Ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡәберлектәрен дә төҙөкләндерә. Территорияла ерләү урындарын эҙләү өсөн сенсорлы мәғлүмәт павильоны ҡуйылған.






