Башҡортостан халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһенә әҙерләнә

Китап һөйөүселәр байрамы 24 -26 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында үтә. Быйыл унда ирониялы детектив жанры яҙыусыһы Дарья Донцова, билдәле яҙыусы, сценарист, продюсер Олег Рой, Рәсәй театр һәм кино актеры Александр Олешко, телевидение алып барыусыһы Оксана Федорова килер тип көтөлә.

Бынан тыш, сарала күренекле яҙыусылар, рәссамдар, артистар, Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең ҙур нәшриәт вәкилдәре ҡатнаша. Абруйлы әҙәби конкурстар лауреаттары менән ижади осрашыуҙар уҙғарыу ҡаралған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Өфө Рәсәйҙең 16 төбәгенән 200-ҙән ашыу нәшриәт вәкилен һәм алты сит ил делегацияһын ҡабул итте. Йәрминкә майҙансыҡтарында 52 мең китап һәм төрлө баҫма һатылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ