Иглиндәр тыныслыҡ, яҙ һәм хеҙмәт байрамын еңел атлетика буйынса ярышта ҡатнашып ҡаршыланы. «Милләттәр кросы» халыҡсан спорт сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
«Милләтәр кросы» 2024 йылдың күләмле спорт сараһын Иглин районында йәшәүселәр йыл һайын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Быйыл Елена Иглина исемендәге паркта 300 -ҙәң ашыу кеше спорт байрамында ҡатнашты.
Иглиндә 1-се майҙы йүгереп ҡаршылау күптән изге йолаға әүерелгән. Балалар, эшселәр, хеҙмәткәрҙәр ... Төрлө һөнәр эйәләренең сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты һайлауы ҡыуаныслы.
Йүгереү буйынса старт 15 йәш категорияһында ойошторолдо. Кроста ҡатнашыусыларҙың иң кесеһенә-5, ә иң олоһона -88 йәш. Ярышта ҡатнашыусыларҙың береһе Венер Фәйзуллин оҙайлы тәнәфестән һуң яңынан спортҡа ҡайтҡан. «Милләт кросы» район халҡын спорт менән етди шөғөлләнергә этәргес бирә, ти спортсы.
Стартта ҡатнашыусы Дилә Нурисламоваға был юлы призлы урын яулау насип булманы. Әммә сәмле ярыш ҡыҙҙы рухландырған.
«Милләттәр кросында» Карина Христофорова, София Ҡаһарманова, Григорий Родионов, Ролан Хазиповтарға уңыш йылмайҙы. 18-19 йәшлектәр категорияһында Хәсән Арыҫланов беренсе урын яуланы. Бөгөнгө старттарҙа ҡатнашыусылар өсөн спорт үҙеңде раҫлау, рухты нығытыу, физик әҙерлегеңде һынап ҡарау мөмкинлеге лә булды.
Гүзәл Борханова



