Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте

«Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Хәрбиҙәрҙең күбеһе өсөнсө-дүртенсе тапҡыр ялда булып, тыуған яғында көс туплап, йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡулда тыуған яҡ символы - Башҡортостан флагы. Саҡмағош районынан Лүзиә менән Рәмил Ғайсиндар кинйә улдарын йәнә алғы һыҙыҡҡа оҙата. Ике аҙналыҡ отпусктың һәр көнө файҙалы үткән, хәрби яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөргән.

Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктың май байрамдарына тура килеүе, һауа торошоноң яҡшы тороуы - хәрбиҙәрҙең кәйефенә лә йоғонто яһаған. Күптәр баҡса эштәренә, шәмбе өмәләренә ҡушылған. «Хан» ҡушаматлы яугир ҙа ялын һөҙөмтәле үткәргән.

«Өфө - Арена» комплексы алдындағы майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң, тигеҙ сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ алдында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны. Ватан алдындағы хәрби бурысты үтәгән яҡташтарыбыҙҙы ул ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләп, етеп килгән Еңеү байрамы менән ҡотланы.

Ил саҡырыуы буйынса алғы һыҙыҡта Ватан алдындағы бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың кәйефе күтәренке. Махсус хәрби операция биләмәһенә улар өс автобуста юлланды.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ