Бергәләп таҙартабыҙ. Бишбүләк ауыл советы коммуналь автопаркы өр-яңы техника менән тулыланды. Быға тиклем файҙаланылған 4 «Белорус»ҡа ярҙамға күп функциялы тейәгес «Амкодор» һатып алынған. Район үҙәгенең экологик именлегенә урындағы халыҡ та ҙур өлөш индерә. был турала киләһе яҙмала.
Алексей Николаев - Бишбүләк районындағы иң тәжрибәле тракторсыларҙың береһе. Был һөнәргә ул 25 йылдан ашыу тоғролоҡ һаҡлай. Ошо ваҡытта төрлө техникала: Белорус, Кировецтан алып, сылбыр тәгәрмәсле экскаваторҙарҙа тиклем эшләгән. Шуға ла өр-яңы «Амкодор»ҙы уға тапшырыуҙары осраҡлы түгел. Заманса техниканы үҙләштереү ҡатмарлы булманы, ти механизатор.
Йәшәгән ерҙәрен тәртипкә килтереүҙән урындағы халыҡ та ситтә ҡалмай. Бергә йыйылып, улар экологик өмәләргә сыға. Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Яңы тейәгес ташҡындан һуң ҡалған сүп-сарҙы ташығансы. бишбүләктәр юлдарҙы һеперҙе. Әйткәндәй, ял зонаһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән.
Ә был нәзәкәтле ҡыҙ урындағы йондоҙға әүерелеп өлгөргән. 21 йәшлек Рузанна Хәбетдинова ашнаҡсыға уҡыһа ла, тыуған ерен таҙалыҡта тотоуҙы бурысы һанай. 3 йылға яҡын ул сүп-сар ташыу машинаһы водителе ярҙамсыһы булып эшләй. Киләсәктә эколог юлын һайламаҡсы. Ҡыҙ белдереүенсә, йыйыштырған түгел, сүпләмәгән урында таҙа.Был саҡырыуға ул ауылдаштарын да әйҙәй.
Рәзилә Ғиниәтуллина






